Методик  ҡулланма

        «Башҡорт теле өндәрен өйрәнәбеҙ»

        Телмәр үҫеше – баланың камил һәм төрлө яҡтан үҫешеүенең мөһим шарты. Баланың телмәр ни тиклем бай һәм дөрөҫ булһа, уның тирә-яҡ ысынбарлыҡты танып белеү мөмкинлектәре күберәк була.  Телмәрҙең бер яғы – өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, был уның нигеҙе. Беҙ логопед төркөмөндә үҙенсәлекле башҡорт өндәрен ҡуйыу һәм автоматлаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ.

      Башҡорт теленә беҙ кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһынан башлап өйрәтәбеҙ һәм ул беҙҙең төп  бурысыбыҙ булып тора.

        Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Заманса  талаптар артҡандан- арта бара.    Мәктәп йәшенә еткән бала өндәрҙе дөрөҫ әйтә, һүҙҙәрҙә өндәрҙең урынын таба (фонематик ишетеү һәләте ) белергә тейеш.  Шулай уҡ һүҙлек запасы тулы, бәйләнешле телмәре йөкмәткеле, ваҡиғаларҙың эҙмә- эҙлелеген билдәләй белеүе, логик фекерләй белеүе бик мөһим.   Тик һуңғы йылдарҙа телмәр кәмселектәре кисергән балалар йыш осорай. Ҡайһы бер бала өндәрҙе һүҙҙәрҙә төшөрөп ҡалдыра, йә уларҙың урындарын алмаштыра.  

         Өндәр мәҙәниәте тәрбиәләү эшендә Ф.Г.Аҙнабаева һәм З.Ғ.Нафикованың «Тылсымлы өндәр», исемле методик ҡулланмаһын ҡулланыу отошло, ул тәрбиәселәр өсөн бик ҙур ярҙам. Унда иң мөһиме – башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ә, ө, ү, һ, ҫ, ғ, ҡ, ң, ҙ) дөрөҫ ишетеүгә һәм айырырға төрлө күнекмәләр, тиҙәйткестәр һәм тел төҙәткестәр, йомаҡтар һәм мәҡәлдәр бирелә.  

Логопедия өлкәһендә  өндәр өҫтөндә эш бер – нисә этап буйынса алып барыла-

 -әҙерлек этапы,

- өндәрҙе ҡуйыу, йәғни өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү,

- өндәрҙе нығытыу, автоматлаштырыу,

- оҡшаш өндәрҙе айырыу  ( дифференциациалау).

Телмәр аппаратының (тел, теш, танау, тын алыу) хәрәкәтлеген үҫтереүҙә артикуляцион күнегеүҙәр ярҙам итә;    «Ҡоймаҡ», « Торба», « Көрәк»,

« Бәшмәк», « Ат», « Энә», « Ҡалаҡ» һ.б.    күнегеүҙәр  эшләү.  Үткәреү ваҡыты 5 минут. Балалар   өсөн  күнекмәләр аңлайышлы, еңел үтәлешле булырға тейеш.

 “Өндәр символдары” менән эшләү ҙә отошло.

«А» өнө- «Ҡыҙ илай»,

«Ө» өнө- «Теш ауырта,  

 «Ү» өнө-  «Паровоз геүләй».

«Ҙ» өнө. «Самауыр һыҙғыра»  

 «Ҫ» өнө.  «Йылан, ҡаҙ ыҫылдай» һ. б.

         Үҙемдең эшемдә мин фонетик ритмика  алымдарын ҡулланам.  Фонетик ритмика – телмәрҙе һәм хәрәкәтте берләштергән махсус күнекмәләр системаһы, бында телмәр матералын (өндәрҙе, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйәләмдәрҙе) әйтеү ҡул, аяҡ, баш, тән хәрәкәттәре менән бергә алып барыла. Фонетик ритмика күнекмәләре фонетик яҡтан телмәрҙе дөрөҫ формалаштыра.

Шулай уҡ, һүҙҙә өндөң урынын билдәләү, һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлергә өйрәтеү ҙә өндәр өйрәнгәндә ҙур урын алып тора. Тәрбиәселәр өсөн  “Бал ҡорто Наҙлыҡайҙың өйөн тап” тип аталған дидактик уйын эшләргә мөмкин.

       Ата- әсәләр менән бергә эш итәбеҙ, уларға кәңәштәр бирәбеҙ . Бала ғаиләлә ата- әсәһенән дөрөҫ һөйләшкән телмәр ишетергә тейеш, бер телдә, телде бутамай һөйләшеү мотлаҡ. Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк бала әҙәби дөрөҫ әйтеү ҡағиҙәләрен практик рәүештә өлкәндәр һөйләүенә оҡшатып отоп ала.